...Ләкин минең, яңғыҙ ҡалғанда ла
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
...Ләкин минең, яңғыҙ ҡалғанда ла, –
Онотһа ла мине дуҫтарым,
Ташлап киткәндә лә мөхәббәтем,
Һүнгәндә лә яҡҡан уттарым, –
Бер ҡасан да әле был донъяла
Өмөт өҙөп иң ҙур хаҡлыҡтан,
Өмөт өҙөп иң ҙур ғәҙеллектән,
Һәм баҫылып төрлө ваҡлыҡтан, –
Яңғыҙ ҡалғаным юҡ! Минең менән
Бергә булды һәр саҡ киләсәк,
Бергә булды һәр саҡ ышанысым –
Юлымдағы шиңмәҫ гөлсәсәк!