ТИМЕР ЮЛ
Еләм, еләм! Илгә ҡайтып киләм,
Тәҙрәләрҙән күҙ ҙә алмайым.
Тыуған тауҙар менән күрешмәйсә,
Һөйләшмәйсә түҙә алмайым, –
Һыуға төшмәй, йөҙә алмайым.
Тыҡ-тыҡ килә суйын тәгәрмәстәр,
Тып-тып тибә ярһып йөрәгем:
Бер ҡыҙ ҡарап ҡалды; яра һалды
Йөрәгемә кәйлә-көрәге...
Нимәгә һуң бының кәрәге?
Тимер юлдар буйлап күпме үтһәм,
Шул юлдарҙың ташын, ҡомдарын
Һаман аҡтара бит ошо ҡыҙҙар,
Ҡулдарына тотоп ломдарын...
Һыҙламаймы икән ҡулдары?
Айға ҡул һуҙабыҙ! Ә ерҙәге
Бына шул эштәргә кешенең
Ниңә әле һаман ҡулы етмәй?
Был эш хәҙер ҡыҙҙар эшеме?
Һорауымдан күңел өшөнө...
Тыҡ-тыҡ килә суйын тәгәрмәстәр,
Тып-тып тибә ярһып йөрәгем:
Шәлкем сәскә сөйөп ҡалды ул ҡыҙ,
Һөйгәне лә юҡтыр, күрәһең, –
Суйын иҙеп үтте бүләген!..
Бәлки, шулай ғәзиз һөйөүен дә
Туп иҙгәндер һуғыш ҡырында?
Ҡулын болғай-болғай көлгән булды,
Үкһеп-үкһеп илар урында.
Ҡалһын был ҡыҙ минең йырымда.
Күпме улар илдә! Йәрһеҙ ҡалып,
Йәшлектәре янды ҡуҙ булып!
Булмағанға һөйөр егеттәре,
Күҙ йәштәре тамды тоҙ булып...
Ниңә тыуған улар ҡыҙ булып?
Күп күрерһең әле һин уларҙы,
Ҡыш – фермала, йәйен – йәйләүҙә...
— Ҡайҙа атайың? – тип балаһынан
Һорай күрмә, белмәй иң тәүҙә,
Һүҙ алтыны – уйлап һөйләүҙә.
Ҡуҙғатма һин әсә йәрәхәтен,
Болартма һин бала йөрәген!..
Һуғыш үткән, һуғыш күптән бөткән,
Тик эҙҙәрен һаман күрәһең, –
Күмә алмай кәйлә-көрәгең!..
Ҡаршы килгән һылыу ҡайындарҙы,
Юҡ, был юлы, гүйә, күрмәнем:
Ҡайҙа ғына булма, илгә ҡайтҡас,
Юлдарыңдың ошо бер мәлен
Онотма, тип тибә йөрәгем...
Онотмайыҡ илдең күргәнен!