ЕР ШАУЫ
Ебәрҙем дә атты күк үләнгә,
Еләк тирәм үҙем сүгәләп.
Тирә-яғым тулы гөл-сәскәләр,
Тирә-яғым тулы күбәләк.
Сиңерткәләр, һанһыҙ сиңерткәләр,
Сың-сың килә күҙгә күренмәй.
Бер өҙлөкһөҙ салғыларын янып,
Нисек улар шулай иренмәй?
Нисек арымай һуң бал ҡорттары
Сәскәләргә ҡунып көн буйы?
Улар йыйған һары балды эсеп,
Шаулар икән көҙөн кем туйы?
Башың сайҡай-сайҡай моңланырға,
Ҡайынҡайым, һиңә ни булды?
Әллә берәй елғыуарға тарып,
Өмөттәрең микән алданды?..
Мең-мең һорау биреп, һәр үләндең,
Һәр бер йәндең хәлен һорашам,
Һәр сәскәгә туҡтап сәләм бирәм,
Һәр бер ҡошто ҡылам тамаша...
Бер ҡат ғашиҡ булған моң-йырҙарға
Ҡат-ҡат ғашиҡ булған шикелле,
Тыуған ерҙең мәңге шауын тыңлау,
Күпме тыңлаһаң да күңелле...
Ә туратым аңлай белә мине,
Хужаһының боҙмай бойороғон, –
Үлән утлап һаман йөрөй бирә,
Һелтәй-һелтәй көлтә ҡойроғон.