Әгәр миңә ышанаһың икән
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Әгәр миңә ышанаһың икән,
Бер ҡасан да минең турала
Теләһә ниндәй үткенсенән һорап,
Яҙмышымды хата юрама.
Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким,
Бер ҡасан да ғорур иркемде,
Йәберһетер өсөн башҡаларҙан,
Ҡулдарына бирмәм бер кемдең!
Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан,
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа,
Бөтәһенән элек, мин – Кеше!
Бөтә әҙәм минән боролһа ла,
Танымайса ғорур хисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп ошо исемде...