ШОФЕР
Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар,
Һеҙ шаһиты ауыр хеҙмәттең:
Күпме юлдар беҙҙе ҡыуандырҙы,
Күпме юлдар беҙҙе йөҙәтте.
Килә шофер, елә шофер!..
Руле төшмәй ҡулдарҙан.
Үтә ғүмер, оса ғүмер
Илкәй буйлап юлдарҙа.
Киләсәкте – гөлсәсәкте –
Ташый алыҫ йылдарҙан.
Күҙең йоҡлай, үҙең генә уяу:
Һәр тауышҡа һиҙгер ҡолағың.
Аяҡ-ҡулың һанап бара юлдың
Һәр бер ташын, һәр бер юлағын.
Килә шофер, елә шофер!..
Төш күрәһең: шаян малайыңдың
Һин һыйпайһың, имеш, башынан.
Күҙҙе асһаң – ҡулда рулең генә...
Тертләп киткән һуйырташынан.
Килә шофер, елә шофер!..
Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар,
Илтмәйһегеҙ ҡайҙан ҡайҙарға!
Беҙҙең үткән юлды бергә йыйһаң,
Беҙ еткәнбеҙ күптән айҙарға!
Килә шофер, елә шофер!..
Руле төшмәй ҡулдарҙан.
Үтә ғүмер, оса ғүмер
Илкәй буйлап юлдарҙа.
Киләсәкте – гөлсәсәкте –
Ташый алыҫ йылдарҙан.