Ниңә шулай бер юҡ ҡына нәмә
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ниңә шулай бер юҡ ҡына нәмә
Бөйөк шатлыҡ бирә күңелгә?
Ниңә шулай кеше йөрәгенә
Бөтмәҫ һағыш, моңдар күмелгән
Ҡайһы саҡта ҡурҡып уянам да
Үҙ-үҙемде аңлай алмайым:
Кем мин? Нисек? Ни өсөн мин?
Һорауҙарҙан һыҙлай маңлайым.
Төпһөҙ упҡындарға осам төштә,
Бер таш кеүек осам, билләһи!
Әллә мин уйҙарым менән ахмаҡ,
Ахмаҡлыҡтан әллә мин даһи?..