Ниндәй бай был кеше эсенән
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ниндәй бай был кеше эсенән,
Донъя тере уның хисенән!..
Ниндәй матурлыҡ бар донъяла,
Бөтәһе лә уға һыя ала!..
Ярлы, тимә уны һин, наҙан,
Кешене тик тәүге һынауҙан.
Йәшәй икән кеше донъяла,
Ғүмер буйы кеше һынала!..
Тик мөһим бит тәүге эше лә...
Яңылышмаҫ өсөн кешелә.
Ә ҡалған бар бөтә һынауға
Ышанып бар бергә һин яуға...