КЕШЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә
Янып эшләһен дә,
Ял иткәндә
Көлһөн,
Йырлаһын!
Һыҡранмаһын
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын,
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Шундай бай, бәхетле итеп күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен!